Найти тему

Памяти Замановой Раисы Галиевны

14 август ҡоҙасам Заманова Рәйсә Ғәли ҡыҙының, ауыр ҡайғыларға һалып, яҡты донъяларҙан баҡыйлыҡҡа күсеүенә 5 йыл булып та китте. Мәрхүмәне белгәндәр, уның рухын тик яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алайыҡ. Ҡараңғы гүре нурлы, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын…
Яҡты йондоҙ булып яндың да,
Ғүмеркәйең кинәт өҙөлдө.
Онотоп та булмай, ҡайтарып та
Һинең менән үткән ғүмерҙе.
Иҫтә тотоп һине, һағынып,
Ҡалды инде бары һөйләргә.
Яҡты донъяларҙан китеп барҙың,
Урындарың булһын ожмахта.
Ятҡан еркәйҙәрең тыныс булһын –
Мин теләйем бары шул хаҡта.
Мәрхүмәнең ҡоҙасаһы Фәнизә Динислам ҡыҙы Шәйәхмәтова

Метки: Вспомним