ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә Башҡортостан юлдарында өс кешенең ғүмере өҙөлгән. Өс осраҡта ла транспорт саралары түңкәрелгән, водителдәрҙең бөтәһенең дә танытмаһы булмаған. Тәүге авария төнгө өстә Благовещен районында була. 20 йәшлек Өфө егете теркәлмәгән “ВАЗ-2107” автомобилендә юлдан оса. Һөҙөмтәлә, уның 17 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк була, үҙен төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Уның водитель таныҡлығы ла булмаған, ә ҡанында алкоголь табылған. Иртә менән Учалы районында ла үлемесле авария була. 32 йәшлек ир “Шевроле Лачетти” машинаһында юлдан оса һәм түңкәрелә. Ул авария урынында йән бирә. Был ирҙең дә таныҡлығы булмаған, ә авария ваҡытында ул хәүефһеҙлек ҡайышын элмәгән. Әбйәлил районындағы киске авария 62 йәшлек ирҙең ғүмерен өҙә. Ул Т-150к тракторы менән идара иткән саҡта юлдан ауа. Табиптар уны ҡотҡарырға тырыша, тик ул да йән бирә. Трактор тейешенсә теркәлмәгән һәм водителдең таныҡлығы булмаған. Бөгөн иртә менән Салауат районында ла үлемесле авария теркәлә. М-5 трассаһында Оло Бәрҙәш йылғаһы аша күперҙә, Ишембай ауылы янында “Лада Гранта” менән “Лада Самара” бәрелешә. Һөҙөмтә аяныслы – “Лада Самара”ның 24 йәшлек водителе урында һәләк булған, икенсе машинаның водителе дауаханаға оҙатылған. Авария һөҙөмтәһендә М-5 трассаһында оҙон тығын барлыҡҡа килгән. Әлеге ваҡытта бөтә авариялар буйынса ла тикшереү эштәре бара. ЮХДДИ хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Тейешле тиҙлекте арттырмай, хәүефһеҙ дистанция ҡарап, ҡайыштарҙы таҡтырып йөрөрөгә кәрәк. Иҫерек килеш руль артына ултырыу тураһында уй ҙа булмаһын. Фото: ЮХХДИ.