Башҡортостанда муниципаль берәмектәр баш архитекторҙары өсөн уҡыу семинары үткәрелде. Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының музей-экскурсиялар комплексында төҙөлөш эшмәкәрлеген алып барыу тураһында һөйләштеләр. - Архитекторҙар квалификациһын күтәреү мәсьәләһе һәр ваҡыт өҫтөнлөклө. Беҙ төҙөлөш эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәр тураһында даими белергә ынтылабыҙ, сөнки төп маҡсатыбыҙ – республикала йәшәүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу, - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин. Семинарҙа ҡаралған төп мәсьәләләрҙең береһе Башҡортостан сиктәренең урынлашыуын һүрәтләү ине. Ул Генераль планға төп ҡушымта булып тора. Мәғлүмәттәрҙе Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына индерергә кәрәк. Был эштәрҙе атҡарыу - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы” Рәсәй дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса йөкләмәләренең береһе. Өҫтәүенә, был “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын да тормошҡа ашыра. Семинарҙа ҡатнашыусылар Бөрйәндәге "Шүлгәнташ" ҡурсаулығын, мәмерйәне, солоҡсолоҡ музейын ҡараны. Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/561878/