Найти тему
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡ иркен тын алыр

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында ҡала эсендә законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса эш барышы менән танышты. Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы һәм подряд ойошмаһы вәкилдәре менән осрашты, эштәрҙе башҡарыу буйынса ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Уны бөтөрөүгә “Экология” милли проекты сиктәрендә 860 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта бында сүплектәрҙе формалаштырыу буйынса эштәр тамамланған, инженер ҡоролмалары ҡуйылған. Әүҙем фазала – һаҡлаусы ҡатлам, ер һәм дренаж геокомпозит маты һалыу, шулай уҡ реагенттар келәтен урынлаштырыу. – Күсмә мониторинг күрһәтеүенсә, эштәр графикка ярашлы бара. Бөтә эштәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамларға кәрәк. Бурыстарыбыҙ билдәләнгән ваҡытта һәм сифатлы үтәлергә тейеш, Стерлитамка халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса тағы ла бер мөһим аҙым яһарға тейешбеҙ, – тип билдәләне Илшат Тажетдинов. Билдәләп үтергә кәрәк, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүҙе бөтөрөү “Экология” милли проектының маҡсаттарына өлгәшә, шулай уҡ халҡыбыҙҙың йәшәү сифатын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Азат Басиров һүҙҙәренсә, бөтә эштәр планға ярашлы алып барыла. Законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөүҙе 2023 йылдың ноябрендә тамамлау күҙаллана. Эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Экология” милли проектының “Таҙа ил” федераль проекты сиктәрендә алып барыла. Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.