Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иғтибар, конкурс!

Башҡортостан халҡы “Йыл ирекмәне” төбәк конкурсында ҡатнаша ала. Ул “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторола, тип хәбәр итә Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты. Конкурста төбәктә ирекмәнлек эшмәкәрлеген алып барған һәм ирекле сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан 14 йәштән өлкән граждандар ҡатнаша ала. Теләгән һәр кем анкета тултырырға һәм уға үҙенең портфолиоһын беркетергә тейеш. Конкурс дүрт номинация буйынса үтә. Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты сайтында табырға мөмкин. “Мәғариф” милли проекты ярҙамында илдә ирекмәндәргә ярҙам итеү үҙәктәре эшләй, уҡытыу курстары һәм конкурстары үткәрелә, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыла. Билдәле булыуынса, "Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: национальныепроекты.рф