Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн файҙаһы ҙур

Түбәндә бирелгән рецепт элек-электән билдәле. Тәү сиратта был алым менән бауырҙы таҙартып алырға, анемияны дауаларға була. Ҡатын-ҡыҙҙар сирҙәрендә һөҙөмтәле. Уны өй шарттарында еңел генә әҙерләргә мөмкин. Беҙгә кәрәк була: ярты сынаяҡ йөҙөм бер лимондың һуты бер сынаяҡ туралған сөгөлдөр ике сынаяҡ һыу. Әҙерләү Ҡайнар һыуға сөгөлдөр менән йөҙөмдө һалып ҡайнатып сығарырға ла утты һүндерергә һәм, кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, 45-60 минутҡа ултыртып торорға. Һыуынғас, уға лимон һуты өҫтәп, блендерҙа ваҡларға. Тәбиғи һәм һөҙөмтәле эсемлек әҙер. Уны көнөнә ике тапҡыр 100 миллилитрлап эсергә кәңәш ителә. Беренсеһен иртән ас ҡарынға, икенсеһен – төшкө аш алдынан. Бындай дауалау алымын 7-10 көн дауам итергә, шунан ике аҙна – тәнәфес, артабан курсты ҡабатларға. Анемия булғанда шундай һут яһарға мөмкин: бер стакан алма һутына өс ҡалаҡ сөгөлдөр һуты өҫтәйбеҙ. Уны ашарҙан 25-30 минут алдан эсергә кәрәк. Яңы һығылған сөгөлдөр һутын бер нисбәттә таҙа һыу менән ҡатыштырып эсеү ҡатын-ҡыҙға ифрат файҙалы. Бигерәк тә климакс һәм күрем циклы боҙолған ваҡытта ул һөҙөмтәле. Һәр дауаланыу алымын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Фото:zdorovogotovim.ru