Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сире булғанын йәшергән...

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Белорет районында “Malidak” тип аталған марафон үтте. Ҡыҙыҡлы ярыштарҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән, унда 19 йәшлек спортсы ҡыҙ һәләк булған. Был туралағы мәғлүмәтте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте раҫлаған. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, йүгереүҙәрҙең береһендә Викторияға ҡыйын була. Янда булған “ашығыс ярҙам” табиптары һәм ҡотҡарыусылар уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтеп ҡарай, тик ҡотҡара алмайҙар. Шуныһы, быға тиклем ҡыҙ күп тапҡырҙар ошоноң ише ярыштарҙа ҡатнашҡан. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, ул астма менән сирләгән, тик ойоштороусыларға был турала әйтмәгән. – Беҙ бик ҡайғырабыҙ һәм Викторияны белгән һәр кеше менән ҡайғы уртаҡлашабыҙ. Был юғалтыуҙың ни тиклем ауыр икәнлеген һүҙ менән генә аңлатып булмай, – тип яҙҙы ойоштороусылар. Фото: "Моя Уфа" порталы.