Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Башҡорт аты” фестивале сиктәрендә кәңәшмә үтте

12 августа Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт тоҡомло аттарҙы һәм республиканың ат спорты мәктәптәрен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Фекер алышыуҙа Рәсәй төбәктәренең һәм сит илдәрҙең власть органдары вәкилдәре, ғилми учреждениелар һәм спорт ойошмалары эксперттары үҙ фекерҙәре менән бүлеште. – “Башҡорт аты” фестивале республика өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Уның атамаһын ҡулланыу хоҡуғына Роспатент таныҡлығын алыу – был йүнәлештә бик мөһим аҙым булды. Беҙ ведомство етәкселегенә башланғыстарыбыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн бик рәхмәтлебеҙ, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы фестиваль майҙансығын инфраструктура йәһәтенән үҫтереү кәрәклегенә айырыуса иғтибар бирҙе. – Бер нисә йыл эсендә бында спорт-мәҙәни һәм фәнни үҙәк булдырырға тейешбеҙ. Бының өсөн яңы объекттар һәм ҡоролмалар төҙөүгә күсергә кәрәк, – тине ул. Интеллектуаль милек буйынса Федераль хеҙмәт етәксеһе Юрий Зубов төбәк брендтарын рәсми теркәүгә ҙур иғтибар бүлгәне өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Ул “Башҡорт аты” исеме менән бәйле коммерция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Рәсәй Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова төбәктең профессиональ уҡыу йорттары базаһында йылҡысылыҡ буйынса профилле һөнәрҙәр асыу мөмкинлеген әҙерләргә тәҡдим итте. Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына был мәсьәләне ҡарарға ҡушты. Рәсәй Дәүләт думаһының аграр мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Плотников йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Культурология докторы, Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты профессоры Алексей Кыласов милли спорт ярыштарын үҫтереүгә иғтибар бүлде. Бынан тыш, башҡорт атына бәйле һөнәрҙәрҙе һаҡлап ҡалыу мөһим, тине ул. Шишмә районында Турахан кәшәнәһе янында Евразия күсмә цивилизациялар музейы объекттары комплексы төҙөлә башланы, тип билдәләне төбәк Башлығы. Радий Хәбиров Алексей Кыласовҡа республика менән берлектә унда Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисади университетының культурология кафедраһын булдырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Мәскәүҙең һәм Мәскәү өлкәһе "Кок-бору" федерацияһының тышҡы бәйләнештәр буйынса урынбаҫары Таалайбек Мостапакулов Башҡортостан биләмәһендә "Кок-бору"( “Ылаҡ”) Рәсәй үҙәген булдырырға тәҡдим итте. “Ирәндек” хәйриә фонды директоры Айнур Ишмөхәмәтов башҡорт тоҡомло аттың ике һәйкәлен төҙөү концепцияһы тураһында һөйләне. Беренсеһен ул Баймаҡ районының Граф күле янында, ә икенсеһен Өфөлә, “Ватан” этнопаркы янында, урынлаштырырға тәҡдим итте. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, ведомство белгестәре эксперт берләшмәһе менән берлектә ат спортына ярҙам итеү буйынса программа әҙерләгән. Ул республика хөкүмәтендә хупланған. Кәңәшмә аҙағында Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм “Башҡорт аты” фестивале майҙансығы эргәһендәге ҡалҡыулыҡта уның рәсми эмблемаһын урынлаштырыу тәҡдим итте. Фекер алышыуҙан һуң Бөтә рәсәй йылҡысылыҡ ғилми-тикшеренеү институты, Башҡортостан дәүләт аграр университеты, башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты һәм “Ирәндек” хәйриә фонды араһында башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Фото: glavarb.ru