Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Мин китеп барһам, апайың икенсегә бармаһын...”

Инәйемә ҡараһаң, әле уға был йәште бирерлек тә түгел. Аллаға шөкөр, зиһене асыҡ, үҙ аяҡтарында йөрөй, күҙе яҡшы күрә, хатта күҙлекһеҙ "Таң" гәзитен дә уҡый... Һүҙем Бөрйән районы Ҡотан ауылында йәшәүсе Йәнбирҙина Фәғилә Һиҙиәт ҡыҙы тураһында, хөрмәтле инәйебеҙгә ошо көндәрҙә 90 йәш тула. 1933 йылда бөткән ауыл иҫәбендәге Иҫке Тарыуалда йәйҙең матур көнөндә Һиҙиәт менән Мәхмүзәнең ғаиләһендә донъяға килә ул. Инәйемдең бала сағы тиҫтерҙәренеке кеүек үк үтә, дәһшәтле һуғыш башланғанда уға ни бары һигеҙ йәш була. Барыһын да иҫләп, эҙмә-эҙлекле һөйләй ҡәҙерлебеҙ. Атайҙары һуғышҡа алына. Ул замандағы ир-атһыҙ ғаиләлә тормош көтөү ауырлығын да үткәрәләр, бер эштән дә сирҡанып тормай, Еңеүҙе яҡынайталар. Ғаилә өҫтөнә һынауҙар аҙ төшмәй: атайҙарын нахаҡ бәлә тағып төрмәгә ултырталар, әсәйҙәре бәләкәй генә балалары менән тороп ҡала. 1938 йылда ғаилә башлығын аҡлайҙар, әммә төрмәнән ул өйгә ҡайтмай, ҡырға сығып китә. Яҙмыштыр инде, балалар үгәй атай менән үҫә. Үгәй булһа ла, беҙҙе ныҡ ҡараны, бөтә ҡыҙҙарҙы ҡыуғынға эшкә ебәргәндә лә, нисектер мине һәм апайымды алып ҡалды, тип рәхмәтле булып хәтерләй хәҙер инәйебеҙ. Фәғилә буй еткергәс, Ҡотан ауылы егете Йәнбирҙин Зәбир менән өйләнешеп, донъя көтөп алып китәләр. Биш ҡыҙ балаға ғүмер бүләк итәләр. Инәйем менән бабайымдың бер тигеҙ тырышып донъя көтөүҙәре матур хәтирә булып күңелдә һаҡлана. Зәбир бабайым пенсияға сыҡҡансы Шүлгәнташ ҡурсаулығында ҡортсо булып эшләне, ә инәйем уға ярҙам итте. Матур ғаилә - ил күрке, ауыл йәме, туғандарының йөҙө. Был ҡанатлы һүҙҙәр инәйем менән бабайыма бигерәк тә тап килә. Зәбир бабайым ҡул оҫтаһы булды, донъяларын сынъяһау итеп, семәрләп, биҙәкләп, ауылдың йәме итеп эшләп ҡуйған ине. Ниндәй генә төрө булманы икән уларҙың баҡсаһында емеш-еләк, ағас үҫентеһенең! Умарталары иҫәпһеҙ-һанһыҙ ине. Мин бәләкәй саҡта һанап бөтә алмаҫтай була торғайным... Зәбир бабайым инәйемде яратып, хөрмәт итеп, матурлығын балҡып торған айға, хатта лампочка тиңләй торғайны. "Минең Фәғиләм - янып торған лампочка!" – тигәнен ауыл халҡы хәтерләйҙер әле. Инәйем ныҡ сибәр ине, бөгөн дә төҫ ташламаған. Шуның өсөндөр инде бабайым инәйемде көнләште, Көрәй тауынан төшөп килгән ир-егеттәрҙе күрһә лә, ҡыҙғана ине, ти торғайны үҙе. Беҙгә, бала-сағаға, өлкәндәрҙең бындай мөнәсәбәте ҡыҙыҡ кеүек була торғайны, ә хәҙерге күҙлек менән ҡарағанда, инәйемә һөйөү хаҡы әсе эләккән бит... Ауыр сиргә дусар булғас, бер ваҡыт бабайым беҙгә килде. Уйламағанда әсәйем менән икеһенең һөйләшеүен ишетергә тура килде. Аш бүлмәһендә яйлап ҡына сәй эсәләр. - Балдыҙ, мин китеп барһам, апайың икенсегә бармаһын... Әсәйем сағыу итеп көлөп ебәрҙе. - Еҙнәм, ҡайҙа бараһың? Шунан бабайымдың һүҙҙәре ҡатыраҡ яңғыраны: - Мине алыштырып, башҡаға сыҡһа, үҙем киләм, теге тарафтан... Ошо һүҙҙәрҙе әйтерһең апайыңа!!! Күпмелер ваҡытҡа балдыҙ менән еҙнә шым ҡалды... Мин икенсе бүлмәлә тыңлап ултырған берҙән-бер шаһит. Улар минең барлыҡты һиҙмәне лә, бабайым әсәйемә шундай ҙур бурыс йөкмәтеп, һалмаҡ ҡына баҫып ҡайтып китте. Беҙ аҫтараҡ йәшәйбеҙ, ә улар Көрәй тауы итәгендә. Ҡарап ҡалдым, бабайымды күҙ ҡараштарым менән оҙатып. Өс-дүрт айҙан бабайымды бөтөнләй баҡыйлыҡҡа оҙаттыҡ... Бар донъяны балҡытып йәшәне лә Зәбир бабай, үҙе тиҙ генә һүнде шул. Әсәйем менән инәйем араһында бабайым тураһында һөйләшеү булды микән?.. Был минең өсөн сер булып ҡалды. Инәйем бабайыма тоғро ҡалды, оҙаҡ йылдар балаларын ҡаршы алып- оҙатып, матур итеп яңғыҙы төп йортта йәшәне. Мин дә ҡайтҡан һайын инәйемә бара торғайным, ул дәүерҙә 90-сы йылдарҙа телефон юҡ, инәйем матур итеп ноҡот һала, ә минең күпте белге килә. Әле генә кейәүгә сыҡҡан саҡ, инәй, һал әле ноҡот, килә микән кейәүең тип.- Килә ята бит, нигеҙгә төшә. Бар сәйеңде ҡуй, хәҙер килеп етә, - тип мине ҡайтарып ебәрә ине. Ысынлап та, юрағаны юш килә торғайны инәйемдең. Яңғыҙ донъя көтөүе ауырлашҡас, инәйем ҡыҙҙарына барып йәшәргә риза булды. Аллаға шөкөр, ҡунаҡҡа йөрөгән кеүек йәшәй хәҙер. Биш ҡыҙы алмашлап алып ҡайтып ҡына торалар. “Гөлнурымды һағындымсы” тиһә, 50 километрҙа ятҡан Күгәрсен районында йәшәгән апайымдар алып ҡайта. Өс ҡыҙы Күгәрсен районында йәшәй, кемеһен "һағындым" тиһә, шул балаһына алып барып еткерәләр. Күберәген төп йортта ҡалған Миңзифа апайым менән бергә йәшәйҙәр. 90 йәштәге әсәйҙәренең һүҙе һәр саҡ тәүге урында. Биш ҡыҙынан тыш, биш кейәү, һәр ҡайһыһына һүҙе үтә, һәр береһе өсөн ул ныҡ ҡәҙерле. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре - инәйемдең ҡыуаныстары. 21 ейән - ейәнсәре, 17 бүлә-бүләсәре бар яҡыныбыҙҙың. Беҙҙең балалар ҙа уға "бәләкәй өләсәй" тип яратып өндәшә. Инәйем беҙҙең балаларға ла өләсәйлек йылыһын тигеҙ өләшә. Рәхмәт һиңә, инәйем! Рузалия Ҡаһарманова. Фотолар ғаилә архивынан.