Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ҡымыҙ эсеп ҡараным - бик тәмле!"

Гананан Юнус Харуна Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡый. Башҡортостанда ул башҡорт күпбәйгеһе төрө - мас-рестлинг (таяҡ тартыу) менән мауығып киткән. “Башҡорт аты”нда ул ошо спорт яршышында ҡатнашҡан. Был бик ҡыҙыҡлы спорт төрө, миңә оҡшай. Көсөмдө фестивалдә лә һынап ҡарарға булдым. Бында шул тиклем тәьҫирле – күп интерактив, ыңғай тойғолар, яҡшы кәйеф,- ти Юнус. Атта йөрөгәнең бармы, Башҡортостанда оҡшаймы, ниндәй ризыҡ иң яратҡаның, ҡымыҙ эсеп ҡарағаның бармы тигән һорауҙарға ла ул тик ыңғай яуап биргән. Атта йөрөгәне юҡ, әммә теләге бар, Башҡортостан иҫ киткес матур, оҡшай, бигерәк тә борщты яратып ашай, ҡымыҙҙы тәүгә эсеп ҡараған, тәмле тип яуап ҡайтарған сит ил студенты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 11,12 августа Баймаҡ районы биләмәһендәге Граф күле буйында “халыҡ-ара”башҡорт аты” фестивале бара. Евгений Соколов тексы һәм фотоһы.