12 августа Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленең икенсе көнө тамамланды. Ул башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, республика ҡунаҡтарының ҙур концерты менән тамамланды. Сара кисен Үзбәкстандан Хожиб Голиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев, БР-ҙың опера йырсыһы Әлиә Исҡужина, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Иҙел Аралбаев, Нефтекама һәм Учалы филармонияһы артистары һәм башҡалар йәмләне. Бик яҡшы сара, шәп артистар, кемеһендер тәүгә күрәм, мәҫәлән, Хожиб Голиевты. Беҙ ғаилә менән килдек, иртәндән ат-спорт ярыштарын, күп күргәҙмәләрҙе ҡараныҡ. Программа шул тиклем бай. Яртыһын да күреп өлгөрмәнек. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Икенсе фестивалде түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, тине Руфина исемле ҡунаҡ. Дмитрий Фадеев тексы.
Фестивалдең икенсе көнө ҙур концерт менән тамамланды
13 августа 202313 авг 2023
~1 мин