Уның ҡотлауында былай тиелә: – Башҡортостан – төҙөлөш тармағында тотороҡло һәм динамик үҫеш булған төбәктәрҙең береһе. Беренсе ярты йыллыҡта торлаҡты сафҡа индереү күрһәткесе буйынса илдә һигеҙенсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе урында торабыҙ. Беренсе ярты йыллыҡта 1,6 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, был уҙған йылдың ғинуар-июнь айҙарына ҡарағанда 5,6 процентҡа күберәк. Шулай уҡ 20,1 мең фатир төҙөлгән. Торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 65,3 процент тәшкил итә (2022 йылдың ғинуар-июнендә – 63,9 процент). Улар ярҙамында 8,7 мең шәхси торлаҡ йорт төҙөлгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 7,9 процентҡа юғарыраҡ. Быларҙың барыһына ла төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре өлгәште! Төҙөүселәрҙең юлында осраған бөтә яуаплылыҡты, проблемаларҙы һәм ҡатмарлыҡтарҙы аңлайым. Минең өсөн республикабыҙҙың был тармаҡта илдә алдынғы урындарҙы биләүе айырыуса мөһим. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп йүнә