Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Умартасылар көс һынашты

Сара Башҡортостан республикаһы Умартасылар көнөнә арналды. Ул “Башҡортостан” милли паркы биләмәһендә етенсе тапҡыр үткәрелә. Парк директоры Владимир Кузнецов әйтеүенсә, сара сиктәрендә төбәк умартасылары осрашып, тәжрибә генә уртаҡлашып ҡалмай,ә үҙ продукцияһын тәҡдим итә һәм бер-береһе менән оҫталыҡ буйынса ярыша. Фестивалдә иң тәмле балға конкурсты күптәр түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл һайын иң тәмле балды дегустация ярҙамында халыҡ үҙе һайлай. Быйыл иһә Мәләүез районынан Сергей Коцубаның йүкә балы иң шәбе тип табылды. Тулыраҡ: https://put-okt.com/news/novosti/2023-08-13/den-sladkoy-zhizni-v-natsionalnom-parke-bashkiriya-proshyol-festival-zapovednyy-myod-3385894 Фото: put-okt.com