Бөгөн Башҡортостандың Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле ярын сүп-сарҙан таҙалау буйынса акция үтә. Сара “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. Талҡаҫ күлен Урал тауҙарының ынйыһы тип йөрөтәләр. Һыу ятҡылығы тау һыртының көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Унда республиканың Ҡыҙыл китабына 10, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына – туғыҙ, Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡыҙыл исемлегенә индерелгән һигеҙ төр ҡош йәшәй. “Тирә-яҡ мөхиттең таҙалығына битараф булмағандарҙың барыһын да өмәгә саҡырабыҙ. Һәр теләгән кеше экологик акцияла ҡатнаша ала”, – тип белдерҙе ойоштороусылар. Сара 11:00 сәғәттә башлана. Йыйылыу урыны – Иҫән ауылы янындағы “Орленок” балалар лагеры. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сүп-сар йыйыу өсөн мешок һәм бирсәткә тапшырыласаҡ. "Экология" милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: национальныепроекты.рф