2023 йылдың аҙағына тиклем 5-9-сы кластарҙа белем алған 21 меңгә яҡын уҡыусы Өфөнөң билдәле урындарына сәйәхәт ҡыласаҡ. Ҡыҫҡа ваҡытлы экскурсияны ойоштороу менән 16 тур операторы шөғөлләнә. Сәйәхәттәр федераль һәм төбәк бюджетынан финанслана. – Проекттың төп маҡсаты – мәктәп уҡыусыларын республикабыҙ менән таныштырыу. Әлбиттә, күптәр Өфө ҡалаһын күргеһе килә, шуға күрә беҙ уны төрлө яҡлап асырға әҙербеҙ, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Тур операторҙары уҡыусыларҙы Өфөнөң иң ҡыҙыҡлы урындары менән таныштырыу өсөн 18 маршрут әҙерләгән. Ике көнлөк сәйәхәт сиктәрендә улар музейҙарға, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларына, сәнәғәт предприятиеларына, уҡыу йорттарына, ботаника баҡсаһына, телеүҙәккә барасаҡ. Шулай уҡ маршруттарға төрлө оҫталыҡ дәрестәре һәм квестар индерелгән. Билдәле булыуынса, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.