Ярҙам сараһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итәләр район хакимиәтендә. Дәүләт ярҙамы эш башлаусы эшҡыуарға йылҡы малы һатып алып, уны үрсетергә ярҙам иткән. Шулай уҡ фермер ҡымыҙ менән һатыу итә башлаған. Эшҡыуар 31 баш йылҡы малы һәм ҡорамалдар менән ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. “Ҡымыҙ етештереү технологияһын, уны һаҡлау серҙәрен өйрәнә башланыҡ. Яҡын-тирәлә урынлашҡан район һәм ауылдарҙы продукция менән тәьмин итеү буйынса килешеү бар”, – тине Александр Телелеков. Киләсәктә эшҡыуар үҙ хужалығын үҫтерергә, заманса ҡымыҙ цехы булдырырға һәм эсемлекте көнөнә 200 литрға тиклем етештерергә ниәтләй. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: na-zemle-salavata.com