Сәләмәт тормош алып барыуҙың биш юлы бар. Улар – дөрөҫ туҡланыу, физик күнекмәләр эшләү йәки спорт менән шөғөлләнеү, шәхси гигиена, сынығыу һәм зыянлы ғәҙәттәрҙе булдырмау йәки уларҙан ҡотолоу. Сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булыу өсөн тәү ҡарамаҡҡа артыҡ күп тә кәрәкмәй. Ошо үрҙә әйтелгән биш кәңәшкә ҡолаҡ һалыу ҙа етә. Тағы һәр иртәнең тотош көнгә тәьҫир итеүе бер кемгә лә сер түгел. Шуға уны хәйерле итер ун ғәҙәт тураһында яҙмаҡсыбыҙ. Уларҙың яртыһынан күберәген булһа ла ғәҙәт итеү, көн һайын уларҙы онотмай үтәү – бәхетле һәм сәләмәтле тормош нигеҙе ул. Йоҡонан иртә уяныу. Был һәр кемгә, буш ваҡыттың күберәк булыуы сәбәпле, ҡабаланмай ғына эшкә йыйынырға, көндө планлаштырырға, кисәге хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе бойомға ашырырға мөмкинлек бирә. Һәр иртә тәҙрәне асыу, бүлмәне елләтеү. Хатта ҡышын да был ғәҙәт иртәрәк йоҡонан уянырға, энергия тупларға булышлыҡ итә. Яңы көнгә тәҙрә асығыҙ, тип тиккә әйтмәйҙәрҙер... Медитация. Бының өсөн йоҡонан иртәрәк уянып, үҙең өсөн 15 минут табыу төрлө ял