“Ун дүрт йәшлек Рәмил ғаиләбеҙгә уйламағанда ғына килеп керҙе. Дөрөҫөрәге, уны беҙгә ҡайғы килтерҙе. Донъялағы берҙән-бер терәген – ғәзиз әсәһен – юғалтҡан үҫмерҙе бер кемгә лә бирмәнем, үҙем тәрбиәгә алдым. Ул – ике туған һеңлемдең улы. Бала саҡтан аралашып йәшәгән туғаным, сәләмәтлеге ҡаҡшағас: “Бер-бер хәл була ҡалһа, зинһар, ҡыйын булһа ла, улымды үҙеңдең ғаиләгә алырһың инде”, – тип үтенгәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты сир һеңлемде яҡты донъянан иртә алып китте. Шулай итеп, Рәмил беҙҙә йәшәй башланы. Дөрөҫөн әйткәндә, ул саҡта үҙемдең дә тормошом артыҡ яҡшы түгел ине. Ике бүлмәле фатирҙа ике ҡыҙым һәм айырылышҡан ирем менән көн күрә инек. Өҫтәүенә ир йоратының башы эскелектән сыҡманы. Тик был хәлгә аптырап торманы Рәмил. Үҙе килгән көндә үк ул һурылып сығырға торған розетканы: “Хәҙер апайҙарымды ток һуға бит”, – тип ипкә килтереп тә ҡуйҙы. Был хәлгә шаһит булған ҡыҙҙар менән мин бер-беребеҙгә аптырашып ҡарап ҡуйҙыҡ. “Нәкәнис, өйҙә хужа барлыҡҡа килде”, – тип әйтеп ҡыуандыҡ. Артаб
"Бер-бер хәл була ҡалһа, улымды үҙегеҙгә алырһың, апай..."
12 августа 202312 авг 2023
1 мин