Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Башҡорт ир-егеттәре хайран ҡалдырҙы”

Юридик фәндәр докторы, профессор Эрол Улусой «Башҡорт аты» фестиваленә юғары баһа бирҙе. Ул Истанбулда «Миллиат» гәзитендә рубрика алып бара. - Был сараны репортаждар менән гәзит биттәрендә мотлаҡ яҡтыртып барасаҡбыҙ. Фотоһүрәттәр менән һыҙат планлаштырылған. Мине башҡорт ир-егеттәре хайран ҡалдырҙы: улар атта үҙҙәрен нисек ышаныслы тоя. Был күп йыллыҡ күнекмәләр генә түгел, ә тәбиғәт биргән һәләт тә. Башҡортостандан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән байтаҡ ҡатнашыусылар киләсәктә фестивалдең сиктәрен киңәйтеүгә өмөтләнә. Башҡорттар, был сараны ойоштороп, тамырҙарын эҙләй, үҙ тарихына ҡайта. Ошоноң менән үҙҙәренең традицияларын тергеҙә. Халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу милләттәр араһындағы дуҫлыҡты нығыта, - тип билдәләне Эрол Улусой. Фото: glavarb.ru