Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Башҡорт аты” фестивалендә ҡайҙа фото төшөргә?

Мәғлүм булыуынса, «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале Баймаҡ районындағы Ирәндек тауҙары итәгендә, Граф күле янында үтә. Бөгөн бында Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар, күп һанлы республика халҡы йыйылған. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлеккә фотоға төшөргә ынтыла. Фото өсөн иң популяр урындарҙы асыҡланыҡ. Алыҫтан ҡатнашыусыларҙы тау битләүендә «Башҡорт аты» яҙыуы ҡаршы ала. Иң ныҡышмалдар шул аҡ хәрефтәргә тиклем күтәрелә Фестивалгә ингән ерҙә ҡанатлы Аҡбуҙаттың һүрәттәре, аттар һәм ҡолонсағы күрһәтелгән. Реалистик фигуралар ҙа иғтибарҙы йәлеп итә. Салауат Юлаев эйәре күргәҙмәһе тирмәне хәтерләтә һәм шул уҡ ваҡытта аттарҙы символлаштыра. Ошонда уҡ Башҡортостанда йылҡысылыҡ тарихы менән танышырға һәм матур фото эшләргә мөмкин. Силәбе өлкәһенән тимерсе Эдуард Таджидинов яһаған башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың статуяһы беренсе урында тора – унда бик күп фото төшәләр. Фестиваль үҙенең киң ҡоласлы булыуы менән хайран итә - был тиклем күп һыбайлыларҙы һәм милли кейемдәрҙә

Мәғлүм булыуынса, «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале Баймаҡ районындағы Ирәндек тауҙары итәгендә, Граф күле янында үтә. Бөгөн бында Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар, күп һанлы республика халҡы йыйылған. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлеккә фотоға төшөргә ынтыла. Фото өсөн иң популяр урындарҙы асыҡланыҡ. Алыҫтан ҡатнашыусыларҙы тау битләүендә «Башҡорт аты» яҙыуы ҡаршы ала. Иң ныҡышмалдар шул аҡ хәрефтәргә тиклем күтәрелә Фестивалгә ингән ерҙә ҡанатлы Аҡбуҙаттың һүрәттәре, аттар һәм ҡолонсағы күрһәтелгән. Реалистик фигуралар ҙа иғтибарҙы йәлеп итә. Салауат Юлаев эйәре күргәҙмәһе тирмәне хәтерләтә һәм шул уҡ ваҡытта аттарҙы символлаштыра. Ошонда уҡ Башҡортостанда йылҡысылыҡ тарихы менән танышырға һәм матур фото эшләргә мөмкин. Силәбе өлкәһенән тимерсе Эдуард Таджидинов яһаған башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың статуяһы беренсе урында тора – унда бик күп фото төшәләр. Фестиваль үҙенең киң ҡоласлы булыуы менән хайран итә - был тиклем күп һыбайлыларҙы һәм милли кейемдәрҙәге уҡсыларҙы ҡайҙа күрерһең! Эйәрҙгеләр, милли кейемдә килгәндәр, йолаларҙы һаҡлаусылар бер кемгә лә иҫтәлеккә фотоға төшөү үтенесен кире ҡаҡмай. Мәғлүм булыуынса, бөгөн "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестиваленең икенсе көнө бара. Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар өсөн күмәк мәҙәни саралар, матур спорт ярыштары һәм ат парады ойошторолған. Кисен республика йондоҙҙары һәм ҡунаҡтары ҡатнашлығында концерт буласаҡ. Фото: glavarb.ru