Кисә кисә Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында 17 йәшлек ҡыҙҙың юғалыуы һәм уны эҙләү иғлан ителеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бик ауыр яңылыҡ билдәле булды: уны тапҡандар, тик үле килеш. Асыҡланыуынса, 17 йәшлек И. йәйге каникулдарҙа туғандарында ял иткән. 9 августа көндөҙ ул дуҫтары менән йөрөргә киткән һәм ҡайтмаған. Тәфтишселәр “Үлтереү” статьяһы буйынса эш ҡуҙғатҡан. Эҙләү барышында ҡыҙҙың кәүҙәһе Ғәлиәхмәт ауылынан өс километр алыҫлыҡта табылған. Уны үлтергәндәр. Шулай уҡ ваҡиға урынында ватан автомобиле өлөштәре лә табылған. Тәфтишселәр тиҙ арала емерелгән “ВАЗ-21114” машинаһын таба һәм уның водителен асыҡлай. Ул 16 йәшлек ошо ауыл кешеһе булып сыға. Тап шул егет менән ҡыҙҙы һуңғы тапҡыр күрәләр ҙә инде. Дәлилдәрҙе күрһәткәс, ул ҡыҙҙы үлтереүен таный. Әле уның менән хоҡуҡ һаҡсылары эшләй. Хәл былай булған: 9 августа бәлиғ булмаған үҫмерҙәр ауылдан йыраҡ түгел урында спиртлы эсемлектәр эсә. Төндә, өйҙәренә таралыша башлағас, 16 йәшлек егет И-ны алып барып ҡуйырға тәҡдим итә. Юлда улар араһында низағ сыға, һәм үҫмер ҡыҙҙы кешеһеҙ урынға алып барып, башына балта менән һуға. Ҡыҙ урында һәләк була, вәхши уны юлдан ситкә һөйрәп алып барып ташлай. Тик ҡайтырға сыҡҡан саҡта машинаһын бәрә. Ошо эҙҙәр буйынса уны тиҙ арала асыҡлайҙар ҙа инде. Был хәл бар районды һәм республиканы тетрәндерҙе. Ҡыҙҙың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: "Башинформ".