Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кем был ҡымыҙҙы эсә - шул мөхәббәтен осратыр

“Башҡорт аты” фестивалендә “һөйөү” ҡымыҙы ла булды. Бөгөн Баймаҡ районында барған халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестивалендә ҡымыҙ яһаусылар ярышты. Иҫке Сибайҙан Рәмзилә Кәримова “Уралбаев” крәҫтиән-фермер хужалығында эшләй. Беҙ ете төр ҡымыҙ әҙерләнек: ыҫланған, әсе, сөсө, һаумал, сейәле, ҡаҙылы һәм мөхәббәт ҡымыҙы. Элек-электән атай-олатайҙарыбыҙ ҡаҙы өҫтөнә ҡымыҙ ҡойоп эскән – шул ҡаҙылы ҡымыҙ була ла инде. Мөхәббәт ҡымыҙының да тарихы бар. Улым өйләнгәс, туй аҡсаһына бейә һатып алып ҡымыҙ етештерә башланыҡ. Ул ҡымыҙҙы айырым бер һөйөү менән яһайбыҙ. Бына шул ҡымыҙҙы кем эсә мөхәббәтен таба, - тип һөйләне оҫта “Башинформ”ға. “Уралбаев” хужалығында 50 бейә бар, 20-һе һауҙыра. Көн һайын 50 литрҙай эсемлек етештерелә. Ауылда уҡ алып бөтәләр.