Бөгөн, 12 августа Баймаҡ районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивален асыу тантанаһында ҡатнашты. Был төбәктә йылҡысылыҡ өлкәһендәге иң ҙур ғилми-ағартыу һәм мәҙәни-спорт сараһы булып тора. Фестиваль республикала икенсе тапҡыр үтә. Граф күле янындағы майҙанда Рәсәй, Беларусь, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстандан ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Тантаналы сараны республиканың ижади коллективтарының театрлаштырылған тамашаһы һәм джигитовка элементтары менән аттар шоуы асты. Һуңынан фестивалдә ҡатнашыусыларҙы тантананың абруйлы ҡунаҡтары сәләмләне. Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында аттың республика халыҡтарын аяҡҡа баҫтырыуҙа һәм үҫтереүҙә тарихи ролен билдәләне. Төбәк етәксеһе яҡташтарыбыҙҙы мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм йылҡысылыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. - Башҡорт өсөн йылҡы малы оло әһәмиәткә эйә. Был, асылда, халҡыбыҙҙың генетик кодының бер өлөшө. Ат
Башҡорт аты - халҡыбыҙҙың генетик кодының бер өлөшө
12 августа 202312 авг 2023
2 мин