Найти тему
Башҡортостан гәзите

15 миллион һумға... Ҡөрьән һата

Өфө кешеһе һатыуға ғәҙәти булмаған әйбер – бәләкәй генә усҡа һыймалы Ҡөрьән китабын ҡуйған. Был туралағы иғлан Интернетта баҫылған. Ә китаптың хаҡы – 15 миллион һум! Һатыусы ир яҙыуынса, был ғәрәпсә яҙылған мосолмандарҙың изге китабы – ғаилә реликвияһы. “Ул минең ғаиләмдә быуындан-быуынға күсеп килгән, нисә йылдар дауамында икәнлеген белмәйем дә хатта. Китапсыҡ миңә мираҫ буйынса күсте, тик уның тураһында мәғлүмәтте белмәйем”, – тигән һатыусы ир. Усҡа еңел генә һыймалы миниатюр Ҡөрьән китаптары XIX-XX быуаттарҙа һәм элек тә киң билдәле булған. Уларҙы бәләкәй генә ҙурайта торған быялалы футляр менән тәьмин иткәндәр, шулай уҡ амулет сифатында йөрөткәндәр. Һатыусы китапҡа нисә йыл икәнлеген белмәгәс, бында ниндәй тышлыҡ йәки футляр булғанын әйтә алмай. Әйткәндәй, хаҡын ул ғаиләһе өсөн китаптың әһәмиәтенән сығып билдәләгән. “Мин китапҡа ҡыҙыҡһыныу булырмы икәнлеген ҡарарға уйлағайным. Әлбиттә, был хаҡ буйынса һөйләшеүҙәр буласаҡ”, – тигән ул. Бындай иғланды күргәс, социаль селтәрҙә күп кенә ҡулланыусылар кире фекерен ҡалдырған. Улар фекере буйынса ғаилә реликвияһы булған Ҡөрьән китабын һатырға ярамай. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Фото: "Моя Уфа" порталы.