Әбйәлил районынан эшҡыуар, йылҡысы Айтуған Фәттәхов “Башҡорт аты” фестивалендә фәнни-ғәмәли конференцияла спикер һәм блогер булараҡ ҡатнаша. Ул тоҡомло аттар үрсетеү проблемаһын күтәрергә, фестивалде үҙ блогында яҡтыртырға һәм уны популярлаштырырға планлаштыра. Ҡымыҙ бароны, яҡташтары уны шулай тип йөрөтә, махсус хәрби операциялағы яҡташтарына бер нисә тапҡыр йылҡы итенән тушенка, ҡаҙы һәм башҡа төр ризыҡ оҙатҡан. “Урал аръяғы эшҡыуарҙары берләшмәһе яугирҙәрҙең нимәгә мохтажлыҡ кисереүен белеп, ярҙам итергә әҙер тора. Ундағы яҡташтарға һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү беҙҙе нығыраҡ тупланы. Бергәләп посылкалар ебәреүҙе ойошторҙоҡ. Йылҡы ите һәм ҡаҙы яугирҙәрҙең иң яратҡан ризығы икәнлеген еткерҙеләр беҙгә”, - ти ул. Урал аръяғы эшҡыуарҙары махсус хәрби операция барған биләмәгә башҡорт тоҡомло тере ат та ебәргәйне. Ул унда һалдаттарға әйбер ташырға ярҙам итә. Нурзиә Хәсәнова тексы һәм фотоһы.