Дағстан Республикаһының Нуғай районы Көнбатар ауылы башлығы, “Кунбатар” ат клубы етәксеһе Замид Яриков былтыр “Башҡорт аты” фестивалендә башҡорт тоҡомло 12 ат һатып алыуҙарын билдәләне. - Быйыл беҙ уларҙы һәр яҡтан баһаланыҡ. Улар үҙҙәрен яҡшы күрһәтте. Беҙҙең ете айғырыбыҙ бар. Быйыл тағы 5-6 ат һатып алырға теләйбеҙ. Башҡорт тоҡомло атты үрсетәбеҙ. Беҙҙең ауылда яҙ һәм йәй көнө ат сабыштары үтә. Әммә күләмле фестиваль юҡ. Башҡортостан менән бәйләнештәрҙе нығытырға һәм фестивалдә ҡатнашыу өсөн йыл һайын спортсыларҙы алып килергә теләйбеҙ. Ә үҙебеҙҙә шундай уҡ ҙур сара ойошторорға теләр инек, - тип билдәләне Замид Яриков. Фото: glavarb.ru