Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баймаҡҡа йәнлелек һәм йәшеллек өҫтәйәсәк

Бөгөн, 12 августа Баймаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү барышы менән танышты. Төбәк етәксеһе «Ирекле яр» проекты сиктәрендә яңыртыласаҡ Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында булды. Уның концепцияһы 2023 йылда Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында еңеүсе тп табылған. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев белдереүенсә, был ҡала биләмәһендә ошондай күләмдәге берҙән-бер йәшел зона. Парктың дөйөм майҙаны 6,3 гектар тәшкил итә, шуның 2,3 гектарын яңыртырға ниәтләйҙәр. Бында паркка инеү урыны яңыртыласаҡ, йәйәүлеләр юлдары, спорт һәм балалар өсөн уйын комплекстары, сәхнә, Таналыҡ йылғаһын күҙәтеү майҙансығы, яр буйы зонаһы йыһазландырыласаҡ. Йәмәғәт киңлеге башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәре һәм йолалары иҫәпкә алып төҙөкләндереләсәк. Проектты тормошҡа ашырыуға 72,4 миллион һум күләмендә федераль грант бүленгән. Быға өҫтәмә рәүештә республика паркты яңыртыуға - 29 миллион һум, ә муниципалитет тағы 3 миллион һум йүнәлтәсәк. Урындағы халыҡ аралашыу барышында Башҡортостан Башлығына Баймаҡҡа иғтибары һәм биләмәне төҙөкләндереүҙә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. - Быйыл уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында Баймаҡ ҡалаһы һәм Ишембай районының Верхотор ауылы еңеү яуланы. Инициативаларҙы киләһе йылда тормошҡа ашыра башлаясаҡтар. Эштәр тамамланғас, был урын танымаҫлыҡ булып ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тип ышанам, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы Баймаҡтың «Үҙгәрештәр еле» проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән үҙәк майҙанында ла булды. Йәмәғәт майҙанын һәм уның эргәһендәге Салауат Юлаев проспектын яңыртыу концепцияһы 2020 йылда Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында еңеүсе булған. Уны, урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алып, Башҡортостандың Ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институты һәм Киңәйтелгән үҫеше үҙәге, Баймаҡ районы хакимиәте белгестәре әҙерләгән. Ҡала 50 миллион һум күләмендә федераль грант алған. Радий Хәбиров яңыртыуҙың икенсе этабы тамамланған үҙәк майҙанды ҡараны. Бында амфитеатр булдырылған, арка-сәхнә һәм ҡоро фонтан монтажланған, эргә-тирә йәшелләндерелгән. Йәйәүлеләр өсөн юл буйында эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған. Фото: glavarb.ru