Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа балалары республика техникумдарында һәм колледждарында уҡыған күп балалы ғаиләләргә уҡыу хаҡының яртыһын компенсациялау тураһындағы законға аңлатма биргәндәр. Был хаҡтағы закон депутаттар тарафынан республика парламентының һуңғы кәңәшмәһендә ҡабул ителгән һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҡул ҡуйылған. Яңы закон ҡаралған барлыҡ процедураларҙы ла үткән һәм уға 8 июлдә ҡул ҡуйылған. Ул яңы уҡыу йылы башланғас ғәмәлгә инә. Компенсациялар һәр уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса бирелә, йәғни беренсе түләүҙәрҙе күп балалы ғаиләләр киләһе йылдың йәйендә аласаҡ, тип хәбәр итте республика Ҡоролтайы – Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте. Был йылда урта һөнәри белем алған бер баланың уҡыуы өсөн ғаилә 30 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтара аласаҡ. Техникум йәки колледж тарафынан ҡуйылған уҡыу хаҡының 50 процент компенсацияһы республика бюджеты аҡсаһынан түләнә. Алдан баһалауҙарынса, был йылына 74 миллион һум тирәһе тәшкил итәсәк. Компенсацияны өс бәлиғ булмаған балалы ғына түгел, көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр ҙә алыу хоҡуғына эйә. Иҫкәрмә никахта булған балаларға һәм тулыһынса дәүләт тәьминәтендә булғандарға ҡағыла. Фото: “Башинформ”.