Башҡортостандан өс бер туған малай ғаиләле булырға хыяллана. Саша, Юра һәм Виталик ныҡ итеп яңы атай менән әсәй көтә. Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә. Ҙур малай Александрға 15 йәш. Ул етенсе класс уҡыусыһы, спорт – футбол менән бокс ярата. Юраға – 11 йәш, ул дүрттә уҡый. 3D-моделләү, көрәш түңәрәктәренә йөрөй, ижад менән мауыға. Бәләкәйҙәре Виталийға һигеҙ йәш, әле ул балалар баҡсаһына йөрөй, хәрефтәрҙе лә, һандарҙы ла теүәл белә. Министрлыҡта хәбәр итеүҙәренсә, ҡануниәткә ярашлы, бер туғандарҙы айырырға ярамай. Ғаилә уларҙың бөтәһен дә ҡабул итергә тейеш. Әгәр мәғлүмәт кәрәк булһа, түбәндәге телефонға шылтыратығыҙ: 8 (347) 218 03 62. Фото: социаль селтәрҙәр.