Динара Шәрипова – тормош юлы буйынса һәр саҡ аныҡ аҙымдар менән атлаған көслө рухлы, ныҡлы булмышлы ҡатындарҙан. Яҡындары өсөн ихлас, кешелекле ҡыҙ һәм килен; хеҙмәттәштәре өсөн яуаплы, яҡшы белгес; дуҫтары өсөн ярҙамсыл иптәш тә ул. Балаларына иһә наҙлы әсәй булһа, ире өсөн тоғро тормош юлдашы, талыу белмәҫ пар ҡанаттың һыңары ул. ...Ире Илнур былтыр октябрҙә махсус хәрби операцияға юлланған, күптән түгел иһә ялға ҡайтып киткән. Яугир ҡатыны Динара менән беҙ ғаилә ҡиммәттәре, килеп тыуған хәлдәге уй-кисерештәре хаҡында һөйләштек. Ул түбәндәгеләрҙе белдерҙе: – Илнур менән өйләнешкәнебеҙгә 14 йыл, әммә беҙ күпкә алданыраҡ, егерме йылдан ашыу таныш. Ике бала үҫтерәбеҙ. Артурға 13 йәш, алтынсы класты тамамланы. Ренатаға 7 йәш, быйыл беренсе класҡа бара. Махсус хәрби операция башланғанға тиклем беҙ ҡәҙимге ғаиләләр һымаҡ ҡәҙимге тормош менән йәшәнек. Эшләнек, йорт төҙөнөк, донъя көттөк, ғаилә менән ял итергә йөрөнөк. Илнурға повестка килгәс, албырғап ҡалдыҡ, тип әйтә алмайым. Бигерәк тә был йәһәттән ирем тыныс ине, хатта ул киләсәген алдан һиҙемләп тә йөрөгәндер, моғайын, сөнки армияла махсус тәғәйенләнешле ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән. Шулай ҙа бындай хәбәр тормошобоҙға тынғыһыҙлыҡ индерҙе, икәү-ара шик-шөбһәләребеҙҙе балаларға белдермәй торҙоҡ. Бер нисә көндән яңы хәлебеҙҙе ҡабул иттек, Илнурҙың ата-әсәһенә хәбәр иттек һәм Илнур юлға әҙерләнә башланы. Бер беҙҙең иңгә төшкән бурыс түгел – бихисап ир-егеттәребеҙ махсус хәрби операцияға йүнәлде һәм ошо осорҙа миңә бер егет әйткән һүҙҙәр күңелемә уйылып ҡалды: “Беҙ Ватаныбыҙҙы яратабыҙ. Еңеүсе даны, орден-миҙалдар менән ҡайтасаҡбыҙ”, – тигәйне ул. Был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм һәм бөгөн дә әйтә алам: беҙҙең ил бик көслө. Эшләргә, баларҙы үҫтерергә, матур итеп йәшәргә бөтә мөмкинлектәр бар. Ил өҫтөнә килгән һынауҙы ла лайыҡлы үтеребеҙгә ышанам. Әйткәндәй, Илнурҙың олатаһы Ҡадир Ғәбитов – бүлек командиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында алышҡан, 1942 йылда Липецк өлкәһендә батырҙарса һәләк булған. Уның хаҡында иҫтәлек быуындан-быуынға тапшырыла. ...Ир-егеттәрҙе оҙатҡан саҡта кемдер оҙатыусылар араһында дәфтәр ебәрҙе: уда яугирҙарҙың ҡатындары, яҡындары телефон номерҙарын яҙып ҡалдырғайны. Һөҙөмтәлә, ошо исемлек иң аҙаҡтан минең ҡулыма эләкте. Артабан мин махсус чат булдырҙым, аңлаттым һәм бөгөн бығаса бер-береһен бөтөнләй белмәгән кешеләр яҡынайып бөттөк. Мәғлүмәт менән алмашабыҙ, бер беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, гуманитар ярҙам оҙатыу юлдарын барлайбыҙ һәм башҡалар. ...Ирем ҡышты унда үткәрҙе. Яңыраҡ ялға ҡайтып киткәнендә һөйләүенсә, әлбиттә, еңел түгел, ҡыш көнө палаткала ла, ерҙә лә йоҡларға тура килгән. Туҡланыу яғынан яҡшы тәьмин итәләр тине. Әлбиттә, тормош дауам итә, әммә төрлө уйҙар башҡа ингән саҡтар ҙа була. Миндә ҡурҡыу тойғоһо юҡ, әммә эске хәүеф бер ваҡытта ла ташламай. Шулай ҙа илауҙан тыйылам – ярамай. Был осорҙа балалар ҙа кинәт өлкәнәйеп киткәндәй тойолдо, бөтә аңлап-белеп торалар, мине көйҙөрмәҫкә тырышалар. Ә бер көндө баҡсанан ҡыҙым ҡайтты ла, былай тине: “Әсәй, беҙҙең төркөмдә 45 бала һәм уларҙың араһында тик минең атайым ғына яуға киткән!”. Үҙенсә аптырай ҙа, ғорурлана ла бала. Илнур махсус операцияға юлланғас, ни тиклем эргәмдә яҡшы кешеләр күп икәнлегенә инандым. Яҡындарҙан тыш, хеҙмәттәштәр, дуҫтар, таныштар һәм бөтөнләй таныш булмаған кешеләр төрлөсә ярҙам күрһәтте һәм күрһәтә. Һәр саҡ шылтыраталар, хәл белешәләр. Унан тыш, мин ҙур йортта балалар менән торҙом да ҡалдым. Бығаса уйлап та бирмәгән ир-ат эштәре иңемә ятты. Был осраҡта ла яҡындар, дуҫтар ярҙам ҡулы һуҙҙы. Атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәт – улар беҙҙең төп терәк-таяныс. Илнурҙың ата-әсәһе йыраҡ тип тормай, килеп етәләр, оҙаҡлап йәшәп тә китәләр – миңә лә, балаларға ла яҡшы. ...Илнур ялға ҡайтҡайны, балалар эргәһенән китмәне. Ҡайҙалыр йыйынһа, машинаға сығып ултыралар, ятһа, эргәһендә яталар. Иртә дә, кис тә бергә булдылар. Ул бик ыңғай булмышлы кеше, шуға дуҫтары, хеҙмәттәштәре лә яратып, хөрмәт итеп тора. Улар ҙа килеп хәл белде. ...Килеп тыуған хәл ҡиммәттәребеҙҙе үҙгәртмәне, башҡа өҫтөнлөктәр барлыҡҡа килде. Элек нимәлер өсөн борсолған булһам, хәҙер уйлап та бирмәйем. Илнурҙы ысын күңелдән яраттым һәм яратам, тик был мөхәббәт хәҙер күпкә тәрәнерәк һымаҡ. ...Беҙ икебеҙҙә ыңғай фекерләйбеҙ һәм яҡшыға ышанабыҙ. Мине йәлләргә, килеп тыуған хәлдән трагедия яһарға, ниндәйҙер аҡыл өйрәтергә тырышҡан кешеләрҙең фекерҙәрен ҡабул итмәйем һәм һил булмышымды тынысһыҙландыртмайым. Илнур бәйләнешкә сыҡҡан ҡыҫҡа ғына минуттарҙа йәшәйешебеҙ, балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ тураһында һөйләргә тырышам. Ғаиләбеҙгә иғтибар күрһәтеп торғандары хаҡында ла әйтәм – был да иремдең кәйефен күтәрә. Күңел төшөнкөлөгән бирелмәйсәкмен дә, сөнки беләм, Илнур ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ яугир! Тап шундайҙар ғына беҙҙе еңеүгә алып киләсәк. Иң мөһиме ул тиҙерәк имен-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтһын – был барыбыҙҙың да иң ҙур, самими теләге! – тине Динара яҡыны хаҡында. Беҙ ҙә уның теләктәренә ҡушылабыҙ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ. Фото ғаилә архивынан.