Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөгөн – Физкультурниктар көнө

Физкультурниктар көнө барлыҡ спорт һөйөүселәрҙең һөнәри байрамы тип әйтергә мөмкин. Рәсәйҙә ул 1939 йылдан алып август айының икенсе шәмбеһендә билдәләнә. Башҡортостанда физик культураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Республика халҡының сәләмәтлеге, физик үҫеше кеүек күрһәткестәр физкультураның ниндәй кимәлдә булыуын сағылдыра. Һуңғы арала спорт саралары йылдан-йыл әүҙемләшә, унда спортсылар ғына түгел, уҡыусылар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә әүҙем ҡатнаша. Өҫтәүенә, беҙҙә халыҡ-ара спорт саралары ла ойошторола. Күптән түгел Өфөлә үткәрелгән “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары үткәрелеүе – быға асыҡ миҫал. Хөрмәтле спортсылар, спорт ветерандары, тренерҙар, физкультура уҡытыусылар, спорт һөйөүселәр, һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Әйткәндәй, 11 августа Өфөләге “Нефтсе” стадионында балалар һәм өлкәндәр араһында Физкультурниктар һәм Рәсәй футболы көндәренә арналған футбол турнирҙары ойошторлдо. Был сараларҙың маҡсаты республикала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы сәләмәт һәм спорт тормошона

Физкультурниктар көнө барлыҡ спорт һөйөүселәрҙең һөнәри байрамы тип әйтергә мөмкин. Рәсәйҙә ул 1939 йылдан алып август айының икенсе шәмбеһендә билдәләнә. Башҡортостанда физик культураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Республика халҡының сәләмәтлеге, физик үҫеше кеүек күрһәткестәр физкультураның ниндәй кимәлдә булыуын сағылдыра. Һуңғы арала спорт саралары йылдан-йыл әүҙемләшә, унда спортсылар ғына түгел, уҡыусылар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә әүҙем ҡатнаша. Өҫтәүенә, беҙҙә халыҡ-ара спорт саралары ла ойошторола. Күптән түгел Өфөлә үткәрелгән “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары үткәрелеүе – быға асыҡ миҫал. Хөрмәтле спортсылар, спорт ветерандары, тренерҙар, физкультура уҡытыусылар, спорт һөйөүселәр, һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Әйткәндәй, 11 августа Өфөләге “Нефтсе” стадионында балалар һәм өлкәндәр араһында Физкультурниктар һәм Рәсәй футболы көндәренә арналған футбол турнирҙары ойошторлдо. Был сараларҙың маҡсаты республикала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы сәләмәт һәм спорт тормошона йәлеп итеү, төбәктә футболды популярлаштырыу ине. “Әсәй, атай, мин”, ветерандар, студенттар, уҡыусылар һәм башҡалар араһында турнирҙар үткәрелде. Бынан тыш, “Өфө” футбол клубы футболсылары 14-15 йәшлек үҫмерҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Фото: minsport_rb