«Антоновка рекордс» музыкаль лейблы вәкилдәре Башҡортостан райондары һәм ҡалаларында ун музыкаль альбом сығарыуға етерлек музыкаль материал йыйған, тип хәбәр итәләр республиканың Мәҙәниәт министрлығында. Ил Президенты В. Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Мәҙәниәт» милли проекты (национальный проект “Культура”) ярҙамында тауыш режиссерҙары Өфө, Баҡалы, Архангел, Ауырғазы, Әлшәй, Дәүләкән, Ейәнсура, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында, шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында булып, Башҡортостан буйынса өс мең саҡрым самаһы юл үткән. Музыкаль лейблда ҡатнашыусылар, Башҡортостан - 190 милләт вәкиле йәшәгән илдең этник йәһәттән иң ҡыҙыҡлы төбәктәренең береһе, тип билдәләне. Ҡайһы бер аутентик йырҙар урындағы халыҡта борондан һаҡланған. Уларҙағы моң ҡурай, думбыра һәм ҡыл-ҡумыҙ халыҡ музыка ҡоралдары яңғырашының үҙенсәлеге ярҙамында сағыла. Сәйәхәт барышында рус, украин, поляк, сыуаш, керәшендәр һәм эрзя мордваларының йырҙары яҙып алынған, улар был яҡтарға 100 йыл самаһы элек күсеп килгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһы Президенты тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. «Мәҙәниәт» милли проекты башланыр алдынан Владимир Путин мәҙәниәт өлкәһендәге милли программа төбәктәрҙәге көслө сығанаҡтарға таянырға, илдең бәләкәй ҡалаларында һәм ҡасабаларында мәҙәни тормоштоң сифатын һәм төрлөлөгөн күтәрергә тейешлеген билдәләгәйне. Бөгөн программа бөтә Рәсәй буйлап мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм булдырыу буйынса уникаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә. Фото: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы.