Ҡалтасы районының Түбәнге Ҡасмаш ауылы урта мәктәбендә комиссия капиталь ремонттан һуң спорт залын ҡабул итте. Мәктәп «Мәғариф» милли проектының «Мәғарифты үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә модернизацияланған. Төҙөүселәр яңы уҡыу йылы башланыуға тиклем эште башҡарып өлгөргән. Спорт залында түшәм, иҙәндәр һәм стеналар яңыртылған, тәҙрә һәм ишек блоктары, электр сымдары һәм йылытыуҙың эске системаһы алмаштырылған. - Спорт залы икенсе һулыш алды һәм танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, уҡыусылар танымай ҙа торор әле. Уңайлы шарттарҙа шөғөлләнеү балаларға яңы спорт үрҙәрен яуларға һәм белем офоҡтарын киңәйтергә мөмкинлек бирер, тип ышанам, - ти Түбәнге Ҡасмаш мәктәбе директоры Алена Семанаева. Ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Мәғариф» милли проектының (национальный проект “Образование”) "Мәғарифты үҫтереү" дәүләт программаһында республика 2014 йылдан алып ҡатнаша. Был Башҡортостанға федераль бюджеттан 319 миллион һум йәлеп итергә мөмкинлек биргән. Йәнә 68 миллион һум төбәк бюджетынан бүленгән, ә сумманың бер өлөшөн муниципалитеттар өҫтәгән. Һөҙөмтәлә дөйөм белем биреү учреждениеларында 503 спорт залы капиталь ремонтланған, 38 мәктәптә аудиториялар спорт залдарына үҙгәртеп ҡоролған, 503 спорт ҡоролмаһы йыһазландырылған һәм 244 спорт клубы төҙөлгән. - 2023 йылда федераль программа буйынса Башҡортостанда 43 мәктәп спорт залын капиталь ремонтлау һәм спорт инвентары менән йыһазландырыу күҙаллана. Был маҡсаттарға федераль бюджеттан 25 миллион һум аҡса бүленәсәк, - тип аңлатты бынан алда республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров. Фото: Александр Данилов