Башҡортостан Хөкүмәте махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең шифаханаларға юлламаларҙы туғандары менән бүлешеү хоҡуғын раҫланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем шифахана-курорт дауаланыуына ташлама менән яугир үҙе генә файҙалана ала ине. Ташламаның шарттары нисек үҙгәрҙе һуң? Хәҙер Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кеше дауаланыу осорон туғандары менән тигеҙ өлөшкә бүлә йәки яҡын туғандарының береһенә - ҡатынына (иренә) йәки ата-әсәһенә (уллыҡҡа алыусыларға) шифаханала дауаланыу хоҡуғын тулыһынса тапшыра ала. Дауаланыу ваҡыты - 14 көн. Ташлама менән бер тапҡыр ғына файҙаланырға мөмкин. Ваҡытты ҡатынығыҙ йәки ата-әсәгеҙҙең береһе менән 7-шәр көн итеп бүлергә мөмкин. Йәки туғандарының береһенә 14 көндө лә бирә ала. Шулай уҡ юлламаны туған тейешле ике кешегә тапшырыу варианты ла бар. Ул саҡта һәр кем 7-шәр көн ял итә. Яугир, шифахананы һайлап, үҙ аллы путевкаға заказ бирергә тейеш. Бының өсөн паспорт (йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ), СНИЛС, ИНН, махсус хәрби
Яугирҙәр шифаханаға юлламаны туғандары менән бүлешә ала
12 августа 202312 авг 2023
1 мин