М.-ка ҡасабаһына инәбеҙ. Ингән урында ҡасандыр өс түңәрәк тимергә нимәлер яҙылған булған. Бәлки, рәхим итегеҙ, тигән яҙыуҙыр. Уныһы тутығып төҫһөҙләнгән. Тик бер аҡыллы баш-беҙҙең яҡташ уны үҙенсә биҙәгән. Алғы һәм артҡы түңәрәктәрҙең - уртаһынан, урталағына арҡыры аҡ һыҙыҡ һыҙған. Нимә килеп сыҡҡан, эйе: ӨФӨ! Һалдат фантазияһынан ҙурыраҡ һәм баш етмәҫ хыял бармы ни донъяла. Күңелгә рәхәт булып китте, әлбиттә. Шулай ҙа баш ҡалабыҙ, әйҙә, үҙ урынында ҡалһын, әйҙә, шунда ғына сәскә атһын. Ҡәҙимге ҡасаба, күп ҡатлы йорттар һирәк күҙгә ташланды, күпселектә бик ҙур булмаған өйҙәр. Кешеләр ҙә бер ни булмағандай йөрөй, күптәре велосипед атланған. Хәрбиҙәр машинала саба, БПМ-дар үтеп китә. Һәр кем – үҙенең айырым донъяһында, яҙмыштар беҙҙең киҫешмәй, тигән кеүек йәшәгәндәй күренә. Хәрбиҙәр урындағы халыҡҡа ауырлыҡ һалмаҫҡа тырыша буғай. Ауыл кешеләре лә, һеҙҙә минең эшем юҡ, тигәндәй үҙ хәстәре менән йәшәгән төҫлө. Был тәү ҡарашҡа ғына шулай икән. Беҙ урамдар аша үтеп бер йорт алдында туҡтай