Фестивалдең символы булып донъяның матурлығын һәм яңыртылыуын кәүҙәләндергән ҡайын тора. Байрамға үлән һәм сәскәләрҙән веноктар үреп, ҡайын ботаҡтары менән букеттар йыйып, мейестә икмәк бешереп, ҡунаҡтарҙы саҡырыу йолаһы бар. Ҡунаҡтарҙы «Моң» халыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле (художество етәксеһе Әлиә Хәйбрахманова) һәм ауыл мәҙәниәт йорттарының ижади коллективтарынан хор сығышы ҡаршы алды. Был көндө ҡунаҡсыл Боғабаш ерендә фольклор коллективтары башҡарыуында туған телдәрҙә күңел йырҙары яңғыраны, милли ихаталар үҙҙәренең биҙәлеше һәм колориты менән ҡыуандырҙы, ә егеттәр «Батыр көсө»конкурсында үҙҙәренең көсөн һәм оҫталығын күрһәтте. Баҡалы районы башлығы вазифаһын башҡарыусы Олег Ефимов Vi Төбәк-ара Троицк фольклор коллективтары фестивален асты. Фестиваль ҡунаҡтары: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Өфө һәм Башҡортостан митрополиты владыка Никон, Башҡортостан урыҫтары соборы идараһы етәксеһе урынбаҫары Виктор Пчелинцев, Бүздәк, Шаран райондары