Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимоов бер интервьюһы барышында кейем һатып алыу, шопингка ҡарашы тураһында ла әйткән. “Шоппинг яратҡан шөғөлөм түгел. Тик шулай ҙа, сит илгә барһам, рәхәтләнеп сауҙа үҙәктәрендә үҙемә кәрәк әйберҙе эҙләп йөрөй алам. Ҡыҫҡаһы, мине танымаған урында, үҙемде иркен тотоп, бер бутиктан икенсеһенә инеү – бына ул шоппинг. Гардеробымды йыш алмаштырмайым. Һүҙ концерт кейемдәре тураһында бармай. Кейемдә минең өсөн иң мөһиме – уның сифаты. Кем әйтмешләй, осһоҙ әйбер һатып алырға мин ул ҡәҙәр бай түгел. Әллә ниндәй брендтар тип тә йән атмайым. Кейем һайлауҙа ҡатыным үрнәк булып тора. Яратҡан һәм ҡәҙерле кейемдәремә килгәндә, уларҙың береһе – һалдат кителе. Ул өйөмдә эленеп тора. Уға ҡарайым да уй-хәтирәләргә сумам. Тағы береһе – 90-сы йылдарҙа Нью-Йорктан алып ҡайтҡан костюм. Ул дәүер өсөн әлеге костюм мөғжизәгә тиң ине. Мин уны Америкала махсус концерт кейеме һатылған кибеттән алған инем, - ти Айҙар Ғәлимов. Сығанаҡ: vk.com/msktatarlar Фото: aidar.ru
Ни өсөн Айҙар Ғәлимов сит илдә кейем алыуҙы өҫтән күрә?
12 августа 202312 авг 2023
1
~1 мин