Быйыл биш айҙа Башҡортостан менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең тышҡы сауҙа әйләнеше уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда һиҙелерлек артты, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Был хаҡта «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу маҡсатында БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычеваның Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Мөхәммәт Әхмәт Солтан Еса Альджабер менән осрашыуы барышында билдәле булды. - Беҙ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре вәкилдәре менән туризм өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән уртаҡ фекер алыштыҡ, шулай уҡ машина эшләү һәм нефть химияһы сәнәғәте өлкәһендә хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙек. Партнерҙарыбыҙ башҡорт балын тура Әмирлектәргә оҙатыу теләген дә белдерҙе, - тип билдәләне Маргарита Болычева. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре илселеге вәкилдәре шулай уҡ Баймаҡ районы