Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, 8 августа Благовещенда Ағиҙел йылғаһында шаһиттар батып барған туғыҙ йәшлек ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарҙы. Баланы ауыр хәлдә тәүҙә район үҙәк дауаханаһына алып барғандар, аҙаҡ Өфөгә балалар республика дауаханаһына оҙаттылар. Ул батҡан һәм ныҡ өшөгән ине, әле ғүмеренә бер нимә лә янамай тиҙәр. Бөгөн иһә райондың “Панорама” баҫмаһы ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡарған кешенең кемлеген асыҡлаған. Ул Благовещен ҡалаһы кешеһе Виктор Молчанов булып сыҡҡан. Ир һыу буйында ял иткән һәм ҡайтырға йыйына башлағас, янына бер ҡатын килеп һыуҙа кеше кәүҙәһенә оҡшаған нәмә йөҙөп йөрөй тигән. Ә уға тиклем һыу буйында ике ҡыҙ уйнап йөрөгән, ә хәҙер ярҙа береһе генә ҡалған... Виктор шунда уҡ йылғаға һикергән һәм ағым һыу алып китеп барған ҡыҙҙың кәүҙәһен тотоп ярға сығарған. Бала был ваҡытта тын алмаған. Ир ОБЖ дәрестәрен иҫенә төшөрөп, уға реанимация саралары үткәрә башлаған. Шул саҡта янына “Полиэф” хеҙмәткәрҙәре йүгереп килеп етә. Сергей Имучаев тигән кеше уның йөрәгенә массаж эшләй һәм яһалма