Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡулдарының име бар

Элек-электән халҡыбыҙ имләү, бағымсылыҡ кеүек дауа төрҙәренән файҙаланған һәм бындай кешеләр оло ихтирам яулаған. Бөгөн, XXI быуатта ла, мейе ҡағыу, быуын ултыртыу, күҙеккәнде алыу, ҡот ҡойоу кеүек күренештәргә шаһит булабыҙ. Ғәҙәттә, имләү һәләте нәҫелдән килә, тап шуға ул күптәрҙә үҙенә ҡарата ышаныс тыуҙыра. Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре менән барғанда быуын ултыртыусы Роза Ғимранова менән таныштыҡ. Әйткәндәй, борон да быуын ултыртҡан, майлап-һылаған, ҡот ҡойған, имләгән инәй-олатайҙар һәр ауылда тиерлек йәшәгән һәм һәр кем уларға мөрәжәғәт иткән. Роза Ғәйнулла ҡыҙына 78 йәш. Ғүмере буйы ул элекке “Салауат” колхозында эшләгән: башта – һауынсы, ә аҙаҡ зоотехник булған. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Берҙән-бер ҡыҙы Ләйсән, ейәнсәрҙәре Илзирә менән Ләйлә Мәскәүҙә йәшәй. Беҙ барғанда Роза Ғәйнулла ҡыҙы ейәнсәре Илзирәнең һуңғы имтиханын яҡшы билдәгә биреүен теләп борсола ине. “Балаларыма уңыш юлдаш булһын тип теләйем”, – тине ул. Ә ҡатын үҙе ҙур, иркен, матур йортта тора, ихатаһының һәр мөйөшөндә бөхтәлек күҙгә сағыла, баҡсаһында төрлө йәшелсә, еләк-емеш үҫә. “Мал ғына тотоп булмай шул хәҙер”, – ти ул. Роза инәйҙең бармаҡтарының, әйтерһең дә, “күҙе” бар: бер ҡарауҙан уҡ тиерлек кемдең ҡайҙа быуыны ауыртыуы, һыҙланыуҙар йөҙәтеүе тураһында әйтә һала. Бер юлы доғаларын да уҡый. “Бөгөн Өфөнән килергә тейештәр, алдан шылтыратып иҫкәртеп ҡуйғайнылар, – ти Роза Ғәйнулла ҡыҙы. – Үҙебеҙҙең райондан, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм башҡа яҡтарҙан да ярҙам һорап килеүселәр бар”. Роза инәй үҙенә мөрәжәғәт иткәндәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Һуңғы йылдарҙа массаж да эшләй. Бының өсөн ул махсус рәүештә белем алған. Хәҙер күптәр халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итә. Хәйер, улар араһында был исемде лайыҡлы йөрөтөүселәр байтаҡ. Ғәҙәттә, улар бер ниндәй рекламаға мохтаж түгел, кемгә кәрәк – үҙҙәре эҙләп таба. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙҙәрен нигеҙһеҙ рәүештә белгес тип танытҡандар ҙа аҙ түгел. Бына ошондай әҙәмдәр сәләмәтлегегеҙгә зыян килтереп ҡуймаһын, шуға кемгәлер мөрәжәғәт итер алдынан мотлаҡ табиптар менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.