Белгестәр әйтеүенсә, көҙөн сәскә атырға мөмкин булған ярты йөҙгә яҡын ағас тоҡомо асыҡланған. Был күренеш йыш ҡына генетик хәтере насар булған көньяҡ илдәренән килгән ағас-ҡыуаҡтар менән булырға мөмкин, ти улар. Көҙөн ҡабаттан сәскәгә тумалыуы үҫемлек өсөн файҙаға түгел. Иғтибар итһәгеҙ, сәскәләр ҡайһы бер ботаҡта ғына барлыҡҡа килә. Үҙенсәлекле "гормональ боҙолоу" ағас-ҡыуаҡтты көсһөҙләндерә. Ҡышҡа әҙерләнеү урынына, улар сәскәгә көсөн сарыф итә. Көҙ сәскә атҡандан һуң үҫемлек үлә йәки уның сәскә атҡан ботаҡтары ҡорой. Киләһе йылда уларҙан мул уңыш көтөү файҙаһыҙ. Шуға күрә күп кенә баҡсасылар көҙгөһөн ботаҡтарҙа барлыҡҡа килгән сәскәләрҙе өҙөргә кәңәш итә.