Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика һандары йәнде өшөтөрлөк: йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре үлем сәбәптәре буйынса тотош донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй. Быға заман кешеһенең йәшәү рәүеше лә йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡараш булдырмау, йәшәйештәге проблемалар - һәммәһе лә төп "моторҙың" көйлө эшләүенә кире тәьҫир итә. “Алма табипты бер көнгә эшһеҙ ҡалдыра” тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Был тиккә түгел, сөнки ошо емештәге күҙәнәктәр холестерин кимәлен түбәнәйтә, калийҙы үҙләштереүҙе әүҙемләштерә. Тағы ундағы пектин организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыуға булышлыҡ итә. Бынан тыш, анар (гранат) ҡанды шыйыҡлай, атеросклероздан һаҡлай, шулай уҡ холестеринды кәметә. Грейпфрут иһә ҡан баҫымын түбәнәйтә, витаминдарға ифрат бай. Тағы үҙебеҙҙең урмандарҙағы ҡайын еләге япрағы менән энәлек емеше – калий сығанағы. Шулай уҡ ҡара бөрлөгән, ҡурай еләге һәм ҡыҙыл көртмәле япрағында ла ошо матдә бар. Энәлек, ҡомалаҡ тубырсығы, ҡыр