Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Башҡорт аты" фестивалендә рәссамдар пленэрҙа ҡатнаша

«Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале махсус рәүештә пленэрға килгән рәссамдар өсөн илһам сығанағы булды. Ижади процеста Өфө, Сибай, Баймаҡ, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Белорет ҡалалары, Дәүләкән районы рәссамдары ҡатнаша. Улар пейзаждар, кешеләрҙең һәм фестивалдең төп геройҙары - башҡорт аттарының портреттарын төшөрә. Эш бер нисә көн дауам итәсәк. Башҡорт аты профессионалдарҙы ғына түгел, һәүәҫкәр рәссамдарҙы ла бумалаға ылыҡтырырға илһамландырған. Фестиваль майҙансыҡтарының береһендә «Башҡорт аты» республика һүрәттәр конкурсында ҡатнашыусыларҙың эштәре менән танышырға мөмкин. Ул фестивалде ойоштороусылар менән сараға тиклем бер нисә ай алдан иғлан ителгәйне. - Беҙ 150-гә яҡын картина алдыҡ, улар араһында Ҡырым һәм Симферополь рәссамдарының эштәре бар, - ти конкурс кураторы, Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы «Атайсал» мәҙәни үҙәгенең художество етәксеһе Зилә Лира. - Эштәр төрлө техникала - ҡәләм, май, акварель менән башҡарылған. Хатта папье-маше ҡулланылған ҙур картиналар ҙа бар. Күргәҙмәлә жюри ны ҡыҙыҡһындырған утыҙ эш тәҡдим ителгән. Был картиналар аттың бөйөк образын бар тулылығында аса. Фото һәм текст сығанағы: Земфира Әхтәмова