Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уҡытыусылар кәңәш ҡорҙо

Бөгөн, 11 августа, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең сираттағы август кәңәшмәһе үтте. Уның барышында ете фекер алышыу майҙансығы ойошторолдо. Уларҙа Башҡортостан Республикаһында Уҡытыусы һәм остаз йылына билдәләнгән сараларҙың үтәлеше, “Беренселәр хәрәкәте” балаларҙың һәм йәштәрҙең ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең үҫеше, “Директорҙың тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре менән эшмәкәрлек итеү буйынса советнигы” проектын тормошҡа ашырыу, берҙәм хәрби-патриотик тәрбиә системаһын булдырыу, урта һөнәри белем биреү тармағын үҫтереүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенең пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, БР Хөкүмәте ағзалары, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, район һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, хөрмәтле мәғариф ветерандары ҡатнашты. - Йыл һайын август айында уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһап, яңыһына бурыстар билдәләйбеҙ, - тип башланы үҙенең сығышын республика Башлығы һәм мәғариф тармағы алдында торған хәл ителергә тейешле иң мөһим мәсьәләләргә туҡталды. Радий Фәрит улы иң төп бурыстарҙың береһе тип махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә, балаларына ярҙам итеүҙе атаны. - Был йәһәттән мәктәптәр алып барған патриотик тәрбиә бик мөһим урын алып тора. Хөрмәтле уҡытыусылар, мин һеҙгә рәхмәт белдергем килә, сөнки бөгөн һеҙҙең кисәге сығарылыш уҡыусыларығыҙ ил именлеге һағына баҫып, батырлыҡтар күрһәтә. Был күренеш системаның дөрөҫ эшләүе, егеттәрҙең мәктәптән дөрөҫ йүнәлеш, тормошҡа дөрөҫ ҡараш менән сығыуы тураһында һөйләй, - тип билдәләне Башлыҡ. Радий Хәбиров ил һаҡсыһы булып киткән уҡытыусыларҙы айырып телгә алды. Мәҫәлән, улар араһында Стәрлетамаҡ районынан мәктәп директоры, Йылайырҙан физик тәрбиә уҡытыусыһы бар. Шулай уҡ август кәңәшмәһендә МХО-нан ялға ҡайтҡан Дүртөйлө мәктәбе директоры, бөгөн инде “Сенегал” позывнойлы яугир ҙә килгән ине. Республика Башлығы МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына тәғәйен социаль ярҙам сараларына айырым туҡталды һәм бер нәмәгә иғтибар йүнәлтергә ҡушты. - Күптән түгел Донбасста булғанымда беҙҙең егеттәр менән осраштым. Шул осрашыу барышында Азат Бадранов ҡыҙының бйылы I класҡа барыуы һәм уның янында була алмауы өсөн бер аҙ бошоноуы хаҡында белдерҙе. Мин уға “ҡыҙыңды мәктәпкә үҙем алып барасаҡмын”, тип һүҙ бирҙем. Ошоға бәйле бер фекер тыуҙы: махсус хәрби операцияла булған яугирҙәрҙең I класҡа барған балаларын башҡа етәкселәр ҙә мәктәпкә алып барһын ине, - тигән теләген еткерҙе Радий Фәрит улы. Әйткәндәй, уның был тәҡдимен Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ла хуплап ҡаршы алды һәм үҙенең сығышы барышында быны федераль кимәлдәге башланғысҡа әйләндерергә мөмкин, тип билдәләне. Лилиә Салауат ҡыҙы шулай уҡ мәғарифҡа ҡағылышлы закондар базаһындағы яңылыҡтар менән таныштырҙы, күптән түгел ҡабул ителгән хеҙмәт тәрбиәһенә ҡағылышлы законға аңлатма бирҙе. Был мәсьәләгә тутҡталып, Радий Хәбиров та үҙ фекерен белдереп үтте һәм законды үтәүгә етди уйлап тотонорға, ата-әсәләргә, балаларға дөрөҫ аңлатыу эштәре алып барырға саҡырҙы. БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика мәғариф өлкәһенең бөгөнгө торошона, тормошҡа ашырылған проекттарға һәм программаларға, белем биреү һәм тәрбиәгә ҡағылышлы яңылыҡтарға, социаль яҡлау сараларына ентекле туҡталды. Сара барышында фекер алышыу майҙансыҡтарында күтәрлегән темалар буйынса һығымталар һәм тәҡдимдәр еткерелде. Шулай уҡ бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәре юғары наградалар менән билдәләнде. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.