Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төнгө өсөнсө яртыла өйө янында ҡалдырып киткәндәр...

Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында 17 йәшлек Илмира Мөхәмәҙиева ғәйеп булған. Был турала социаль селтәрҙәр аша ҡыҙҙың яҡындары хәбәр итә. Улар белдереүенсә, Илмира 9-ынан 10 авгусҡа ҡарай төндө дуҫтары менән йөрөргә тип сығып киткән һәм ҡайтмаған. Иптәштәре һүҙҙәре буйынса, улар ҡыҙҙы төнгө өсөнсө яртыла өйөнән 20 метр алыҫлыҡта ҡалдырып киткән. Ошо көнгә тиклем үҫмерҙең ҡайҙа икәнлеге билдәле түгел. Туғандары полицияға мөрәжәғәт иткән. – Полиция бүлексәһенә ҡыҙҙың ата-әсәһенән ғариза килде. Әлеге ваҡытта уны эҙләү бара, – тигәндәр Эске эштәр министрлығынынң матбуғат хеҙмәтендә. Илмираның билдәләре: буйы 160 см, сәстәре ҡыҙғылт-һары, күҙе йәшел, ҡулында, аяғында, түшендә роза сәскәһе һәм аниме стилендәге татуировкалары бар. Уның ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, хоҡуҡ һаҡсыларына йәки 112 телефоны буйынса мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала. Фото: "Башинформ".