Бөгөн, 11 августа, Баймаҡ районында асылған II «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә ҡарата былтырғы еңеүсе, төп бүләкте- “Лада Гранта” автомобилен яулаған эшҡыуар Алмас Шөғөров үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. 2022 йылда «Башҡорт аты» фестивалендә уның аты Турысай еңеүсе булды. Ул 14 саҡрым араны үтеп, финишҡа беренсе булып «Озон бэйге» лә хужаһына төп призды яулашты. Автомобиль асҡысын еңеүсегә тантаналы рәүештә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Әйткәндәй, Турысайға ла күҙ һалыусылар күп. Мәҫәлән, Ҡаҙағстандағы ярыштарҙан һуң ат хужаһына Турысайҙы ҙур аҡсаға һатыуын һорайҙар. Әммә Алмас Шөғөров тәҡдимде кире ҡаҡҡан һәм уларға: «Дуҫтар һатылмай», тигән. Быйыл Алмас Шәүҡәт улы бар өмөтөн фестиваль барышында ат сабыштарында ҡатнашасаҡ Күсәрсенгә бағлай. Уның иң яҡшы сифаттары, ҡылыҡтары, яратҡан тәм-томдары уңышты өркөтмәҫ өсөн әлегә сер итеп тотола. Тимәк, иртәгә Күгәрсенгә уңыштар теләп ҡалабыҙ! Фото: "Бәйләнештә"