Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәш ҡатындың ғүмере өҙөлгән

Бөгөн төн уртаһында Өфө - Ырымбур юлының 82-се километрында 31 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, “БМВ” машинаһына идара иткән ҡатын юл ыңғайына китеп барған “Лада Веста” машинаһы менән бәрелешкән, артабан “Скания” йөк машинаһына барып бәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын алынған йәрәхәттәрҙән һәләкәт урынында вафат булған. Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә “БМВ” водителе 2021 йылда, алкоголле эсемлек ҡулланған килеш руль артына ултырыуы сәбәпле, водитель танытмаһынан мәхрүм ителгән булған. Әле экспертиза тәғәйенләнгән. Дәүләт автоинспекцияһынан алынған фотографияла күренеүенсә, сит ил машинаһы сәғәтенә 240 километр тиҙлек менән барған һәм автомобиль металл өйөмөнә әйләнгән. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, “БМВ”ға 31 йәшлек ҡатын идара иткән. Ул - Өфө районынан, медицина университетын тамамлаған, әммә күсемһеҙ милек өлкәһендә агент булып эшләгән, фатирҙар һатҡан. Һәләк булған ҡатындың мәктәп йәшендәге ҡыҙы һәм ире ҡалған. Транспорт сараһының хәүеф сығанағы икәнлеге тураһында һис оноторға ярамай. Тағы юл хаталарҙы бер ҡасан да ғәфү итмәй. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре ошондай аяныслы хәлдәрҙең булмауы өсөн барлыҡҡа килгән. Һәр водитель үҙен ғәзиз кешеһе – ҡыҙы йәки улы, атаһы йәки әсәһе, ҡатыны йәки ире – көткәнлеге тураһында онотмаһын ине. Йөрөгән юлдарыбыҙ имен булһын, дуҫтар! Фото: “Башинформ”, Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.