"Башҡорт аты" фестивалендә Учалы районының Иманғол ауылынан Илдар Исхаҡов улы Бәхтиәр менән ҡатнаша. Әйткәндәй, Бәхтиәргә ун ғына йәш булыуға ҡарамаҫтан, чемпион исемен яулап та өлгөргән. Традицион уҡ атыу республика чемпионатында ҡатнашып чемпион булып танылған. Шулай уҡ һыбай уҡ атыу ярышында икенсе урынды алған. - Дүрт йәшемдән атайым атҡа ултыртты һәм ҡулыма ян менән уҡ тотторҙо, - ти Бәхтиәр Исхаҡов. - Атайыма оҡшарға тырышам. Ул минең алдыма ҙур маҡсаттар ҡуя. Уның ышанысын аҡларға тырышасаҡмын. "Бәхтиәр үҙе шулай тырыш, әллә күпме аттан ҡолаһа ла, һикереп тороп кире менеп ултыра", - ти әсәһе Гөлнур Исхаҡова. Фестивалдә Бәхтиәр атаһы менән бергә һыбай уҡ атыу атыу бәйгеһендә ҡатнашасаҡ. Фото һәм текст сығанағы: Лилиә Таҡаева