Башҡортостанда бөтә ил композиторҙары, шағирҙары һәм йыр авторҙары өсөн «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй II патриотик йырҙар конкурсы бара. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Ҡатнашыу - бушлай. Проекттың маҡсаты - патриотик йыр жанрын тергеҙеү һәм популярлаштырыу, балаларға һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү. Еңеүселәрҙе дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр, аҡсалата бүләк көтә. Приз фонды - 1 миллион һум. Номинациялар: 1. «Шиғыр авторы» (рус һәм башҡорт телдәрендә) 2. «Композитор» 3. «Автор йыры» Конкурс этаптары: I этап - 15 июндән 15 авгусҡа тиклем, һайлап алыу II этап - 16 август, ярымфинал III этап - 26 - 27 август, финал һәм гала-концерт Ғаризалар 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Бының өсөн конкурс материалдарын (музыкаль-шиғри әҫәр, шиғыр тексының һәм музыка авторҙарының исемен күрһәтеп, композицияның аудиояҙмаһы) һәм түбәндә һанап үтелгән документтарҙы электрон почтаға konkurs.ufa@bk.ru ебәрергә кәрәк: - ҡатнашыуға заявка (шаблонын конкурс Положениеһында ҡарағыҙ) - паспорттың беренсе битенең һәм пр
«Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй II патриотик йырҙар конкурсы бара
11 августа 202311 авг 2023
1
1 мин