11 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты. Төҙөлөш тармағының 53 хеҙмәткәре ордендар, отличие билдәләре, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Радий Хәбиров уларҙы тәбрикләп былай тине: – Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн, һөнәри байрамығыҙ алдынан, һеҙгә дәүләт наградалары тапшырып үтергә теләйем. Һеҙ беҙҙең ғорурлығыбыҙ булып тораһығыҙ. Бигерәк тә Рәсәйҙең яңы төбәктәрен тергеҙеүҙә ярҙамығыҙ ҙур. Тармаҡ предприятиелары һәм хеҙмәткәрҙәре азат ителгән территорияларҙа йәшәүселәргә һәм беҙҙең хәрби формированиеларға етди ярҙам күрһәтә. Төҙөлөш комплексында халыҡ араһында ҙур ихтирам яулаған юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Беҙҙең ветерандарҙың һәр береһе юғары профессионализм һәм эшһөйәрлек өлгөһө булып тора. Һеҙҙең һәр берегеҙ тураһында йылы һүҙҙәрҙе күп һөйләргә мөмкин. Бигерәк тә төҙөлгән биналар һәм ҡоролмалар хеҙмәтегеҙҙең кәрәклегенә миҫал булып тора. Намыҫлы эшегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлайым! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, йорттарығыҙға именлек теләйем. Фото: glavarb.ru